— Республикабыҙҙа ҙур-ҙур һөт комплекстары төҙөргә ниәтләнгән Вьетнамдың ҙур
TH Group корпорацияһы менән уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә Евразия иҡтисади союзы һәм Вьетнам араһында ирекле сауҙа тураһындағы килешеүҙең мөмкинлектәрен файҙаланырға кәрәк. Һис шикһеҙ, ул бөтә үҙ-ара сауҙа ҡатнашыусылары өсөн асҡан мөмкинлектәрҙе киңерәк ҡулланыу зарур.