Мораҙым
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
9 Май 2018, 23:32

Республика парламенты ветерандар өсөн льготаларҙы иҫәпләгәндә Севастополде обороналау ваҡытын арттырҙы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» республика законына төҙәтмәләре үҙ көсөнә инде. Төп яңылыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Севастополь ҡалаһын обороналау башланған көндө аныҡлау менән бәйле. Быға тиклем ҡаланы обороналау 1941 йылдың 5 ноябрендә башланған тип яҙылған. Ләкин беҙҙең замандағы тикшеренеүҙәр ғәскәрҙәрҙең Баш Хәрби диңгеҙ базаһы командующийының ҡоро ер оборонаһы буйынса урынбаҫары Гавриил Жуковтың әмерен үтәү өсөн шул йылдың 30 октябрендә үк оборонаға күсеүен асыҡлаған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» республика законына төҙәтмәләре үҙ көсөнә инде. Төп яңылыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Севастополь ҡалаһын обороналау башланған көндө аныҡлау менән бәйле.
Быға тиклем ҡаланы обороналау 1941 йылдың 5 ноябрендә башланған тип яҙылған. Ләкин беҙҙең замандағы тикшеренеүҙәр ғәскәрҙәрҙең Баш Хәрби диңгеҙ базаһы командующийының ҡоро ер оборонаһы буйынса урынбаҫары Гавриил Жуковтың әмерен үтәү өсөн шул йылдың 30 октябрендә үк оборонаға күсеүен асыҡлаған. Ҡабул ителгән законда ҡаланы обороналау тап ошо көндә башланған тип билдәләнгән.
«Ҡаланы обороналауҙа ҡатнашыу Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы статусын алыуға йоғонто яһай, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Беҙ Севастополде яҡлаған граждандарға ҡарата тарихи ғәҙеллекте тергеҙҙек. 1941 йылдың 30 октябрендә һәм 5 ноябрендә ҡаланы обороналауҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы статусы булған бер үк хәрби частар алып барған. Һүҙ 1941 йылдың 30 октябренән 4 ноябренә тиклем ҡаланы обороналаған, һуңынан ғәмәлдәге армия составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашмаған граждандарҙың хоҡуғын яҡлау хаҡында бара. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, тәүге көндәрҙә ҡаты яраланып, артабан демобилизацияланған, шулай уҡ ошо осорҙа һәләк булыуы ихтимал. Был кешеләр иҫән булмаһа ла, ата-бабаларға ҡарата ғәҙеллектең тергеҙелеүе уларҙың туғандары өсөн бик мөһим. Сираттағы Еңеү байрамы алдынан был бик ҙур әһәмиәткә эйә».
Читайте нас: