Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Апрель 2018, 21:45

Республика ауылдарында староста вазифаһы булдырыла

Башҡортостан ауылдарында староста вазифаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ул урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш. Владимир Путин урындағы үҙидараны ойоштороуҙы камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса ҡануниәткә үҙгәрештәр индерҙе.

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Башҡортостан ауылдарында староста вазифаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ул урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш. Владимир Путин урындағы үҙидараны ойоштороуҙы камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса ҡануниәткә үҙгәрештәр индерҙе.
Староста әүҙем һайлау хоҡуғына эйә булған халыҡ һанынан ошо тораҡ пункттағы граждандар сходының күрһәтеүе буйынса муниципаль берәмектең вәкәләтле органы тарафынан һайлана.
Законда ауыл старостаһының хоҡуғы һәм вәкәләттәре билдәләнә. Атап әйткәндә, дәүләт йәки дәүләт граждандар хеҙмәте, муниципаль йәки муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләгән кеше староста итеп һайлана алмай. Староста вәкәләттәренең срогы ике йылдан кәм йәки биш йылдан ашыу булмаҫҡа тейеш. Староста халыҡ менән эшләй һәм осрашыу йомғаҡтары буйынса урындағы үҙидара органдары ҡарарға тейешле мөрәжәғәттәрҙе һәм тәҡдимдәрҙе ебәрә.
Граждандар сходын үткәреү тәртибе лә камиллаштырыла. Муниципаль берәмектең вәкәләтле органы вәкәләттәрен граждандар сходы ғәмәлгә ашырған биләмәлә муниципаль хоҡуҡ акттары проекттары һәм граждандар сходы хәл иткән мәсьәләләр буйынса асыҡ тыңлауҙарҙы һәм йәмәғәт тикшереүҙәрен үткәрмәҫкә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1146461-v-selakh-bashkirii-poyavyatsya-starosty/
Читайте нас: