Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
4 Апрель 2018, 22:19

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә мәктәп кәрәк-яраҡтары өсөн йылына 19 миллион һум бүленәсәк

3 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президиумы ултырышында «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙам тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индереү» закон проекты раҫланды.

3 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президиумы ултырышында «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙам тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индереү» закон проекты раҫланды.

– Документ аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән 1-се класс уҡыусыһын бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү маҡсатында булдырылды, - тине республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Алмира Ғәниева. – Элек бының өсөн йыл һайын Хөкүмәт норматив акттары ҡабул ителде. Хәҙер иһә, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 1-се класс балаларына льгота даими рәүештә күрһәтеләсәк.

Яҡын арала закон проекты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағына тәҡдим ителәсәк.
Читайте нас: