ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Башҡортостанда халыҡтың 75,45% Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашҡан. Сағыштырыу өсөн: 2012 йылда был һан 76,38% тәшкил иткән. Брифинг ваҡытында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев шул хаҡта белдерҙе. Журналистар менән осрашыуҙа республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов, комиссия секретары Марина Долматова ҡатнашты.
Һайлаусылар түбәндәгесә тауыш биргән:
Һайлау көнөндә участкаларҙа 11 993 күҙәтеүсе, 104 миң мәғлүмәт сараһынан 250 журналист булған.
Рәсәй Президентын һайлау кампанияһы башланғандан алып 80 мөрәжәғәт килгән, уларҙың 16-һы — тауыш биргән көндә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был мөрәжәғәттәрҙә һайлау ҡануниәтен боҙоу теркәлмәгән.