Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Март 2018, 11:45

Башҡортостанда һөҙөмтәлә һайлаусыларҙың 75,4 проценты тауыш биргән

Башҡортостанда протоколдарҙың 99,9 процентын эшкәртеү йомғаҡтары буйынса ғәмәлдәге дәүләт башлығы һайлаусыларҙың 77,65 процент тауышын алған. Башҡортостанда һөҙөмтәлә һайлаусыларҙың 75,4 проценты тауыш бирергә барған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Башҡортостанда протоколдарҙың 99,9 процентын эшкәртеү йомғаҡтары буйынса ғәмәлдәге дәүләт башлығы һайлаусыларҙың 77,65 процент тауышын алған. Башҡортостанда һөҙөмтәлә һайлаусыларҙың 75,4 проценты тауыш бирергә барған.
Һайлауҙарҙы ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Павел Грудинин – 12,09 %, Жириновский — 5,02 %, Ксения Собчак 1,26% тауыш йыйған.
Ҡалған кандидаттар һайлаусыларҙан 1 процентан кәм тауыш алған.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев бөгөн, 19 мартта, иртәнге сәғәт 11-ҙә брифингта Башҡортостан буйынса дәүләт башлығын һайлауҙың һуңғы йомғаҡтарын иғлан итә.
http://www.bashinform.ru/news/1131059-itogovaya-yavka-izbirateley-v-bashkirii-sostavila-75-4/
Читайте нас: