Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Март 2018, 14:00

Төбәктә сәғәт 12-гә ҡарата һайлаусыларҙың 29,67% тауыш биргән

Башҡортостанда сәғәт 12-гә ҡарата һайлаусыларҙың 29,67% тауыш биргән, тип хәбәр итте Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова. 2012 йылда Рәсәй Президентын һайлауҙа сәғәт 12-гә халыҡтың 23,99 проценты килгәйне.

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Башҡортостанда сәғәт 12-гә ҡарата һайлаусыларҙың 29,67% тауыш биргән, тип хәбәр итте Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова. 2012 йылда Рәсәй Президентын һайлауҙа сәғәт 12-гә халыҡтың 23,99 проценты килгәйне.
Республикала 899 577 кеше һайлаған да инде. Балтас, Тәтешле һәм Федоровка райондарында йәшәүселәр бик әүҙем. Республикала тәүге тапҡыр тапҡыр тауыш биреүселәр 50 745.
Әлеге мәлдә һайлаусылар исемлегенә 3 миллион 31 мең 99 кеше индерелгән.
Бөгөн, 18 мартта, Рәсәйҙә дәүләт башлығын һайлайҙар. Һайлаусыларҙы 3398 стационар һайлау участкаһында һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа ойошторолған 38 участкала (31 дауалау учреждениеһында, өс шифаханала, өс тәфтиш изоляторында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) көтәләр.
Ил биләмәһендә теркәлмәгән Рәсәй граждандары үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын 119-сы участкала үтәй ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Посадская урамы, 26.
http://www.bashinform.ru/news/1130134-v-bashkirii-yavka-izbirateley-na-12-chasov-sostavila-29-67/