Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Март 2018, 23:00

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙа булған боҙоуҙар хаҡында һөйләне

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына тауыш биреү көндө 10 мөрәжәғәт булған, улар рәсми тәртиптә теркәлгән. Мөрәжәғәттәрҙең тематикаһын журналистар өсөн брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов әйтеп үтте.

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына тауыш биреү көндө 10 мөрәжәғәт булған, улар рәсми тәртиптә теркәлгән. Мөрәжәғәттәрҙең тематикаһын журналистар өсөн брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов әйтеп үтте.

Ул һайлау тауышына хоҡуҡлы ағзаларға йәки күҙәтеүселәргә тауыш биреү өсөн бүлмәлә булыу мөмкинлегенә баш тартыу. Бындай мөрәжәғәттәр Ксения Собчактан, Григорий Явлинскийҙан һәм Павел Грудининдан Президентҡа кандидат вәкилдәренән теркәлгән.

Бер мөрәжәғәт булыу урыны буйынса тауыш биреү хаҡында.

«Күберәк процедураны аңлатыу талап ителде, кеше ғариза бирергә генә һуңлаған», — тип аңлатты Марат Ғәҙелов.

Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле һүҙҙәренсә, күҙәтеүселәрҙең статусын аңлатыу буйынса мөрәжәғәт бар. Тағы ла икәүһе – һайлаусыларҙың исемлеге менән бәйле.

«Бында иһә, дөйөм һайлаусылар һаны фонында, ә улар республикабыҙҙа 3 миллиондан ашыу, техник хаталар булыуы ихтимал», — тип аңлатты Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары.

Марат Ғәҙелов һөйләүенсә, бер ғариза тауыш биреү тәртибенә ҡағылған.
Читайте нас: