Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Март 2018, 12:00

Республика һайлауҙарҙы уҙғарырға әҙер – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Рәсәй Президентын һайлауҙы уҙғарырға әҙер. Ошо хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан Рәсәй Президентын һайлауҙы уҙғарырға әҙер. Ошо хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре менән осрашыуҙа белдерҙе.
— Беҙҙең республикала һайлау кампаниялары, ҡағиҙә булараҡ, юғары кимәлдә ойошторола, – тине төбәк Башлығы. – Дөйөм алғанда, республика 2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы уҙғарырға әҙер тип ышаныс менән әйтә алабыҙ. Бөтә процедуралар ҙа үтәлгән, һайлау комиссиялары бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин ителгән. Агитация һәм кандидаттарҙың программалары менән танышыу өсөн шарттар булдырыу буйынса бөтә ҡануниәт талаптары үтәлә.
Рәсәй Президентын һайлау – илдең сәйәси тормошонда бик мөһим ваҡиға, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
— Был йәмғиәтебеҙҙең һәм һәр ҡайһыбыҙҙың гражданлыҡ өлгөргәнлегенә ысын имтихан, илебеҙ һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең яҙмышты билдәләүгә, дөйөм алғанда киләсәгебеҙ өсөн яуаплылыҡ тотоуға беҙҙең әҙерлек күрһәткесе, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. – Һайлауҙар – граждандарға власты төҙөү, уға ҡарата үҙеңде мөнәсәбәтеңде белдереү, уның эшенә баһа биреү өсөн законлы мөмкинлек ул. Илдәге һәм республикалағы власть бындай баһаға әҙер. Беҙҙең өсөн был алға хәрәкәт итеү, йәмғиәтте туплау буйынса яңы аҙымдар яһау, кәрәк булғанда артабанғы эшебеҙгә төҙәтмәләр индереү өсөн мөһим бурыстар ҡуйыуға әһәмиәтле мәл.
http://www.bashinform.ru/news/1128430-respublika-gotova-k-provedeniyu-vyborov-rustem-khamitov/
Читайте нас: