Мораҙым
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Март 2018, 17:30

Радик Юлъяҡшин: «Рәсәйҙең киләсәге беҙҙән тора, дөрөҫ һайларға кәрәк»

Өфөлә Конгресс-холл янындағы майҙанда «Ҡырым яҙы» тип исемләнгән байрам концерты булды. Сара Ҡырым Республикаһының һәм Севастополдең Рәсәй составына инеүенә дүрт йыл тулыуға арналды. Майҙанға йөҙҙәрсә кеше йыйылды, улар араһында йәштәр ҙә байтаҡ ине, күптәр ғаиләләре менән килгән.

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Конгресс-холл янындағы майҙанда «Ҡырым яҙы» тип исемләнгән байрам концерты булды. Сара Ҡырым Республикаһының һәм Севастополдең Рәсәй составына инеүенә дүрт йыл тулыуға арналды. Майҙанға йөҙҙәрсә кеше йыйылды, улар араһында йәштәр ҙә байтаҡ ине, күптәр ғаиләләре менән килгән.

Концертта популяр артистар — «Карауан» һәм «Sunrise» төркөмдәре, Zaynetdin этно-проекты һәм меңдәрсә тамашасының кумиры Elvin Grey (Радик Юльякшин) сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы үҙ сығышын «Тыуған тупраҡ тарта» йыры һәм «Ниһайәт, мин тыуған еремдә, дуҫтар!» тигән һүҙҙәр менән башлап ебәрҙе. Ул бер нисә популяр йырын башҡарҙы, тамашасылар ҙа уға ҡушылып йырланы.

«Рәсәйҙең, халыҡтың киләсәге беҙҙән генә тора, дөрөҫ һайларға кәрәк», — тине Радик Юлъяҡшин. Йырсы иртән Әлмәт ҡалаһында тауыш биргән. Артист әйтеүенсә, ул «Ҡырым яҙы» концертында тәүгә сығыш яһамай, ләкин бер тапҡыр ҙа Ҡырымға барғаны юҡ икән.
Читайте нас: