ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашты. Республика етәксеһе «Башҡортостан» концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
– Беҙҙең өсөн иң мөһиме – илдең иҡтисади, социаль үҫеше, халыҡтың тейешле йәшәү сифатын тәьмин итеү. Беҙ – илдең һәм республиканың динамикалы, даими, ышаныслы үҫеше өсөн, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, бөгөнгө һайлау бик мөһим. Ил ҡатмарлы осор кисерә. Тышҡы яҡтан баҫым бар. Бер үк ваҡытта беҙ илебеҙҙең үҫеш өлгөһөн күрһәтергә тейешлеген аңлайбыҙ. Ошо күҙлектән ҡарағанда, һайлауҙа ҡатнашыу бик мөһим. Халҡыбыҙ ил һәм республика яҙмышына битараф булмауын күрһәтергә тейеш. Тауыш биреү әүҙем үтер, участкаларҙа, ә улар беҙҙә 3 меңдән ашыу, һайлаусылар күп булыр тип ышанам. Республикабыҙҙа йәшәүселәр әйтеп үткән тезистарҙы: үҫеш, иҡтисад, социаль именлекте хуплар тип уйлайым.
Төбәк башлығы ҡала биләмәһе өсөн рейтинглы тауыш биреүҙә лә ҡатнашты.
– Һуңғы ваҡытта беҙ Непейцев дендропаркын үҫтереү хаҡында күп һөйләйбеҙ. Миңә был идея оҡшай, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙ Урмансылар паркын төҙөкләндерҙек. Хәҙер сиратта — Непейцев дендропаркы. Мин уның өсөн тауыш бирҙем. Матур объект, ҡала халҡы өсөн ял итеү урыны булырына ышанам.