Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Март 2018, 11:55

Башҡортостанда һайлау комиссиялары Рәсәй Президентын һайлауға бюллетендәр алды

Бөтә территориаль һайлау комиссиялары Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға ошо кампанияның төп документтарын – бюллетендәр алды. Бюллетендәрҙе Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, Комиссия секретары Марина Долматова, Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Рөстәм Бикмәтов һәм Үҙәк һайлау комиссияһы аппараты хеҙмәткәрҙәре тапшырҙы.

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Бөтә территориаль һайлау комиссиялары Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға ошо кампанияның төп документтарын – бюллетендәр алды. Бюллетендәрҙе Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, Комиссия секретары Марина Долматова, Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Рөстәм Бикмәтов һәм Үҙәк һайлау комиссияһы аппараты хеҙмәткәрҙәре тапшырҙы.

Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында территориаль комиссиялар үҙҙәренең тәғәйенләнгән пункттарына юлланды, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһында. Бөтәһе 3 миллион 068 мң 066 дана һайлау бюллетене эшләнгән. Бюллетендәр ғәҙәттәгесә өс телдә баҫылған: русса – 2 миллион 532 мең 966, башҡортса – 348 мең 300 һәм татарса – 186 мең 800 дана. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы ярҙамында тауыш биреү өсөн бюллетендәр һаны 348 900 тәшкил иткән.

Территориаль һайлау участкаларынан участка һайлау комиссияларына бюллетендәр тауыш биреүгә ике көн ҡалғас тапшырыла, уларҙы һайлау участкаларына ҡәҙәр полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында илтәләр. Улар бюллетендәрҙе тауыш биреү көнөнә саҡлы тәүлек әйләнәһенә һаҡлаясаҡ.