Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Март 2018, 12:30

Башҡортостан Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте

8 март алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Яҙ байрамы менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.

8 март алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Яҙ байрамы менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.

Быйыл республикала «Әсәлек даны» дәүләт наградаһын булдырыуға 20 йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә юғары исемгә 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булды.

Награда алған әсәләр араһында беҙҙең райондың Туйөмбәт ауылынан Иҙрисова Раушания Кәшиф ҡыҙы, Мораҡ ауылынан Кобелькова Луиза Тәлғәт ҡыҙы, Түләбай ауылынан Ниғмәтуллина Елена Петровна һәм Волостновканан Салтыкова Әлиә Ғәлимйән ҡыҙы бар.

– Иң ҙур бәхет– ул ғаилә. Балалар шатлығына ҡыуанып, уларҙың уңыш-ҡаҙаныштарына һөйөнөп йәшәүҙән дә олораҡ ҡыуаныс юҡтыр ул. Балалыҡ һәм әсәлекте социаль яҡлау буйынса күп эштәр башҡарған республика Хөкүмәтенә ҙур рәхмәт, – тиҙәр бәхетле әсәйҙәр.

— Һеҙҙе яҙҙың тәүге көндәрендә бүләкләү матур күренеш, — тине вице-премьер. — Беҙ артабан да ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ. «Балалыҡ ун йыллығы» программаһы сиктәрендә социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүлеү ҡаралған. Быйыл республикаға федераль үҙәктән 1,36 млрд һум йүнәлтелә. Уға республика ҡаҙнаһынан да аҡса өҫтәләсәк һәм балалар баҡсаларында 1,5 – 3 йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн төркөмдәр асылыуға тотоналасаҡ.

Вице-премьер әйтеүенсә, балалар поликлиникаларын һәм дауаханаларҙы яңыртыу, заманса йыһазландырыу, мәҙәниәт объекттарын һәм дөйөм белем биреү учреждениеларын ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүлеү күҙаллана.


– Һеҙҙе тағы бер тапҡыр матур байрам менән ҡотлайым. Балаларығыҙҙан изгелек кенә күрергә яҙһын, – тип йомғаҡланы вице-премьер.
Читайте нас: