Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
4 Март 2018, 22:26

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында — яңы министр урынбаҫары

Ревнер Бәйтуллин Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. 2017 йылдың июнь айынан ул малсылыҡ бүлеге етәксеһе булып эшләгән.

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.
Ревнер Бәйтуллин Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. 2017 йылдың июнь айынан ул малсылыҡ бүлеге етәксеһе булып эшләгән.
Ревнер Рәфит улы Бәйтуллин 1963 йылда Өфөлә тыуған, «Зоотехнология» һөнәре буйынса Аграр университетын тамамлаған, төрлө хужалыҡтарҙа зоотехник булып эшләгән, 2011 йылда Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡты интенсивлаштырыу һәм кесе хужалыҡ формаларын үҫтереү бүлеге етәксеһе булған.
http://www.bashinform.ru/news/1123458-v-minselkhoze-bashkirii-naznachen-novyy-zamestitel-ministra/
Читайте нас: