Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
1 Март 2018, 17:27

Владимир Путин: «Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә һынылышлы характерға эйә»

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәнең мөһимлеген билдәләне. Дәүләт башлығы ҙур Манежда Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәнең мөһимлеген билдәләне. Дәүләт башлығы ҙур Манежда Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

«Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә һайлауыбыҙҙың, һәр аҙымыбыҙҙың, ҡылығыбыҙҙың әһәмиәте юғары булған заманыбыҙ кеүек айырым һынылышлы характерға эйә, сөнки улар илебеҙ яҙмышын тиҫтә йылдар алдан билдәләй», — тине Владимир Путин.

Тап ошондай боролошло мәлдәрҙә Рәсәй үҙенең үҫешкә, яңырыуға һәләтле булыуын иҫбатланы, ерҙәрҙе үҙләштерҙе, ҡалалар төҙөнө, йыһанды яуланы, ҙур асыштар яһаны, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы.

«Киләсәккә даими ынтылыш, йолалар һәм ҡиммәттәр беҙҙең мең йыллыҡ тарихыбыҙҙың күсәгилешлеген тәьмин итте, — тине Президент. — Беҙ ҙур, еңел булмаған үҙгәрештәр аша үттек, бөтөнләй яңы һәм үтә ҡатмарлы иҡтисади, социаль саҡырыуҙарҙы еңеп сыҡтыҡ, илдең берҙәмлеген һаҡлап ҡалдыҡ, азат, үҙаллы юлда демократик йәмғиәт булараҡ нығындыҡ».

Ил тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә тиерлек тотороҡлоҡто тәьмин итеүгә өлгәште, был беҙҙең ҙур күп милләтле, ҡатмарлы федераль ҡоролошло, төрлө мәҙәниәтле, тарихи емереклектәр һәм Рәсәй өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙарҙы хәтерендә тотҡан илебеҙ өсөн бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.

http://www.bashinform.ru/news/1123386-vladimir-putin-segodnyashnee-poslanie-nosit-osobyy-rubezhnyy-k...
Читайте нас: