Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Февраль 2018, 12:34

“Ғаилә”лә барыһына ла ярҙам итәләр

Йыл башынан райондарайон-ара “Ғаилә” үҙәге үҙ эшен башланы. Уның ниндәй маҡсатта ойошторолоуы,бында эшләүсе белгестәрҙең ғаиләләргә ниндәй ярҙам күрһәтеүе хаҡында райондағыбүлексә мөдире Зөлфиә Әҡсәнова һөйләй

Ғаилә күптәр өсөн иң тәүге урында тора, уны, һис шикһеҙ, ҡәҙерләргә һәм һаҡларға кәрәк. Бөйөк рус классигы Л.Толстой ҡасандыр “үҙ өйөндә бәхетле булған кеше - бәхетле” тип әйтеп ҡалдырған. Уның һүҙҙәре шул тиклем хаҡ! Ир менән ҡатын араһындағы яҡшы мөнәсәбәт мөхәббәткә, ышанысҡа нигеҙләнгән булһа, өйҙә тәртип, күңелле мөхит хөкөм һөрһә һәм унда бер-береһен яратҡан, ҡәҙерләгән яҡын кешеләр йәшәһә – шул урынға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтҡы килә.
Үкенескә күрә, өҫтә һанап кителгән сифаттар һәр парға ла хас түгел шул, имен булмаған ғаиләләр ҙә бар, ундайҙарҙа инде сабыйҙар төнгөлөккә әкиәт тыңламайҙар, ата-әсәләренән йылы һүҙ һәм кәңәштәр ишетмәйҙәр. Шулай уҡ тәү ҡарашҡа бәхетле тойолған ғаиләләрҙең дә үҙ проблемалары, аңлаша алмаған ваҡыттары була. Тормош шулай ҡоролған. Иң мөһиме – үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтар айырылышыу кеүек тағы ла етдиерәк, ауырыраҡ һөҙөмтәгә алып килмәһен. Уға тарымау өсөн ҡайһы берҙә белгес кәңәше, ярҙамы бик тә ярҙам итер ине.
Йыл башынан районда район-ара “Ғаилә” үҙәге үҙ эшен башланы. Уның ниндәй маҡсатта ойошторолоуы, бында эшләүсе белгестәрҙең ғаиләләргә ниндәй ярҙам күрһәтеүе хаҡында райондағы бүлексә мөдире Зөлфиә Әҡсәнова һөйләй:
- Исеменән үк күренеп тороуынса, үҙәк ғаилә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, ғаилә институтын нығытыу һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәрҙе гармонияға һалырға ярҙам итеү, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж граждандарға хеҙмәт күрһәтеү. Штатта әлегә дүрт хеҙмәткәр – мөдир, социаль эш буйынса ике белгес, психолог иҫәпләнә. Бер ай элек кенә асылыуға ҡарамаҫтан, ярҙам һорап бер нисә кеше мөрәжәғәт итте лә инде.
Шулай уҡ патронажлыҡ һәм ғаиләләрҙе оҙатыу (балаларҙы приютҡа, өлкән йәштәгеләрҙе ҡарттар йортона урынлаштырыу, һуңғыларына тәрбиәгә алырға теләүсе ғаиләләр ҙә эҙләйбеҙ) эштәрендә башҡарабыҙ. Әлбиттә, был мәсьәләләрҙе үҙебеҙ генә хәл итмәйбеҙ, урындағы үҙидара органдары, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Ай башынан өлкәндәргә, инвалидтарға, шул иҫәптән инвалид балаларға, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға техник реабилитация сараларын прокатҡа биреү хеҙмәте күрһәтелә башланы. Техник саралар бер йылғаса ваҡытҡа биреп торола. Граждан йәки уның законлы вәкиле килешеү буйынса техник сараларҙы ҡулланған өсөн ойошманың раҫланған хаҡтарына ярашлы иҫәп-хисап счетына түләү индерә.
Беҙҙең үҙәк “Ғаилә” тип атала, шуға ла был социаль институтҡа ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар менән теләге булған һәр кем беҙгә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итә ала: Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 98, 4-се бүлмә. Тел.: 8(34789) 2-18-74.

Анастасия ВАСИЛЬЕВА.

Читайте нас: