Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
8 Февраль 2018, 01:14

СИТ ИЛДӘН БАШҠОРТОСТАНҒА ЭШКӘ ҠАЙТҠАН ЯҠТАШТАРЫБЫҘҒА БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ ҠАРАЛА

Һүҙ медицина хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара. Дәүләт ярҙамын экспортҡа тауар етештереүсе предприятиелар ҙа, халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүсе учреждениелар ҙа аласаҡ. Дәүләт программалары бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Президиум ултырышында раҫланды.

Һүҙ медицина хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара. Дәүләт ярҙамын экспортҡа тауар етештереүсе предприятиелар ҙа, халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүсе учреждениелар ҙа аласаҡ. Дәүләт программалары бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Президиум ултырышында раҫланды.


Нуриман үҙәк район дауаханаһы хирург Азат Вәғизовтың тәүге эш урыны. Йәш белгес тыуған яғына медицина университетын тамамлағас ҡайтҡан. Ул «Ауыл табибы» программаһында ла ҡатнаша. Йәштәр өсөн иң мөһиме торлаҡ, был аҡса ҙур ярҙам, ти Азат Вәғизов.

«Ауыл табибы» программаһы 6 йыл элек ғәмәлгә инә, уның сиктәрендә ауылға эшкә ҡайтыусы белгестәргә 1 миллион һум аҡса бирелә.Ошо йылдарҙа 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Төп маҡсат- төпкөлдәрҙә медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу. Программаға ярашлы йыл һайын 35-тән 50 йәшкә тиклемге йөҙләп табип ауыл еренә эшкә бара. Әммә Республикала аҡ халатлылар һаман етешмәй. Киләсәктә сит дәүләттәрҙә төпләнгән табиптарҙы Башҡортостанға ҡайтарыу саралары ҡарала. Был хаҡтағы программа бөгөн Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында ла раҫланды.

Дәүләт ярҙамы табиптарҙың ғаилә ағзаларына ла ҡағыла. Медицинанан тыш, башҡа тармаҡтарҙа ла мәшғүллек менән бәйле проблемаларҙы көйләү бара. Ултырышта билдәләнеүенсә, баҙар ихтыяжы менән тәҡдимдең тап килмәүе күҙәтелә, шуға күрә һөнәри йүнәлеш биреүҙе көсәйтеү мөһим. Эшһеҙ ҡалғандарҙы икенсе һөнәргә уҡытыу талап ителә һәм башҡалар. Оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән программа ошо мәсьәләләрҙе хәл итер, тип көтөлә.

Хеҙмәт баҙарына ла үҙгәрештәр индереү көтөлә. Башҡортостан етештереүсәнлекте күтәреү буйынса Рәсәйҙең 6 пилот төбәге исемлегенә ингән. Программа сиктәрендә 2018 йылда Республикала мәшғүллекте үҫтереү өсөн 187 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡарала. Был сумманы меңдән ашыу кешене уҡытыу, ҡыҫҡартыу алдында торғандарға булышлыҡ итеү өсөн тотоноу күҙаллана.

Ә был Октябрьский ҡалаһының пластмасс изделиелар етештереү заводы. Бында етештерелгән әйберҙәр сәнәғәттә лә, көнкүрештә лә киң ҡулланыла. 30 йылға яҡын эшләп килгән предприятие үҙ продукцияһын Рәсәй, республика төбәктәренә һәм сит илдәргә оҙата. Йүнсел хужалар киләсәктә дәүләт ярҙамына ла дәғүә итә ала. Бөгөн Хөкүмәт ултырышында экспортҡа эшләүселәргә булышлыҡ итеү хаҡында һүҙ барҙы. Юл картаһы өс йылға иҫәпләнгән. Беҙҙең республика ла экспортты үҫтереү өсөн төбәк стандартын индерә. Һәм ошо пилот проекты тормошҡа ашырылған 20 төбәктең береһе булып тора.

Руслан Мирсаяпов, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Программа бер нисә пунктты үҙ эсенә ала, унда ойоштороу эштәре лә, мәғлүмәти яҡтыртыу ҙа, урта һәм бәләкәй эшыуарлыҡҡа финанс ярҙамы ла ҡаралған. Бында сеймал һатыу инмәй, һүҙ әҙер продукция хаҡында бара. Программа экспорт йүнәлешен үҫтерергә ярҙам итер тип көтөлә».

Әле сит илдәргә миллиард долларлыҡ тауар оҙатыла, программа киләсәктә экспортҡа сығарылған продукция күләмен яҡынса 7,5 процентҡа арттырыр тип көтөлә. Экспортер предприятиелар иҫәбе лә кәмендә 20-30-ға артырға тейеш. Сөнки сит ил аналогтарынан ҡалышмаған, конкурентлыҡҡҡа һәләтле продукция етештереүселәр республикала етерлек.
Читайте нас: