Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Ғинуар 2018, 17:48

Төбәктә ял көндәрендә ниндәй һауа торошо була – фараздар

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Синоптиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, бәҫ төшәсәк. Ел көнсығыштан, уртаса. Һауа температураһы – 13-18 градус һыуыҡ, айырым райондарҙа – минус 23.
20 ғинуарҙа Башҡортостанда төндә урыны менән, көндөҙ көньяҡ буйынса төрлө тиҙлектә ҡар яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа буран сығасаҡ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан, уртаса. Көндөҙ – көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы – 18-23 градус һыуыҡ, аяҙытҡанда – минус 30. Көндөҙ 9-14, урыны менән 19 градус һыуыҡ.
21 ғинуарҙа синоптиктар республикала бер аҙ, төндә урыны менән уртаса ҡар яуыуын, еңелсә буран сығыуын вәғәҙәләй. Һауа температураһы төндә – 12-17, аяҙытҡанда 22 градус һыуыҡ. Көндөҙ – 6-11 градус һыуыҡ, көнсығыш буйынса – минус 16.
Читайте нас: