Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
7 Ғинуар 2018, 18:49

Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығы гранттарын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

2018 йылдан алып йыл һайын 50 миллион һум маҡсатлы аҡса бүленә. Был сумма мәғариф, мәҙәниәт, спорт, учреждениеларының, киң мәғлүмәт сараларының, йәмәғәт ойошмаларының телдәрҙе һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән тәҡдимдәрен ғәмәлгә ашырыуға тәғәйенләнә.

Документ нигеҙендә, 2018 йылдан алып йыл һайын 50 миллион һум маҡсатлы аҡсалар бүленә. Был сумма мәғариф, мәҙәниәт, спорт, учреждениеларының, киң мәғлүмәт сараларының, йәмәғәт ойошмаларының телдәрҙе һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән тәҡдимдәрен ғәмәлгә ашырыуға тәғәйенләнә.


Башҡортостан хөкүмәтенә указды ғәмәлгә ашырыу өсөн финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушыла. Башҡортостан башлығының икенсе указы менән шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылыды. Уны финанслау бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан башҡарыласаҡ.



Читайте нас: