Мораҙым
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Декабрь 2017, 21:37

23 кеше Рәсәй Президенты вазифаһына һайланырға теләк белдергән

23 кеше Рәсәй Президенты вазифаһына һайланырға теләк белдергән дә инде. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәре ошондай. Бөгөн, 18 декабрҙә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы кәңәшмәһендә шундай мәғлүмәт яңғыраны.

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Владимир Путин үҙенең дүртенсе президент һайлауҙарында үҙен үҙе тәҡдим итә. Бынан алда Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайланғайны. Берҙәм Рәсәйҙәр Путинға бар яҡлап ярҙам күрһәтеүҙәре һәм уның өсөн һайлаусыларҙың 300 мең ҡултамғаһын йыйыуҙа ҡатнашыуҙары хаҡында белдерҙе.

Кампания башланғансы «Яблоко» партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Григорий Явлинский һәм ЛДПР лидеры Владимир Жириновский үҙҙәренең һайланырға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Үҫеш партияһы рәйесе Борис Титов, политолог, Социаль технологиялар үҙәге етәксеһе Андрей Богданов, алып барыусы Ксения Собчак, «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы» партияһы рәйесе Елена Семерикова, бизнесмен Сергей Полонский, йырсы һәм хоҡуҡ яҡлаусы Екатерина Гордон, шулай уҡ киң даирәгә билдәле булмаған йәмәғәт эшмәкәрҙәре дәүләт башлығын һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләй.

Президент ярышында ике парламент партияһы — КПРФ һәм «Ғәҙел Рәсәй»ҙең ҡатнашыуы менән интрига һаҡлана.


Читайте нас: