Үҙенең бер сығышында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, 2015 йылда старт алған “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһының урындағы инфраструктураны үҫтереүҙә ҙур роль уйнауын билдәләп, уның беҙҙең район халҡының да тормош сифатын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерәсәгенә ышанысын белдергәйне.
- Түбәнге һәм Үрге Бикҡужа ауылдары халҡы менән осрашып һөйләшеп, ике ауылдың да клуб түбәләренә ремонт эшләтергә тип һөйләшкәйнек, түбәһенән һыу ағып ултырған ергә кеше нисек дәртләнеп йөрөһөн инде. Ниһайәт, 2016 йылда “Берҙәм Рәсәй” программаһы буйынса 100 мең аҡса бүленгәс, халыҡ менән өмә үткәреп Түбәнге Бикҡужа ауылы мәҙәниәт йортоноң түбәһен профнастил менән яптырҙыҡ. Быйыл егеттәр пар сығара торған торбаларын яңыртып ҡуйыу менән мәшғүл булды (һүрәттә). Быйыл шул уҡ маҡсатлы программаға ярашлы, 130 мең аҡса бүленде. Быныһын инде Үрге Бикҡужа ауылындағы мәҙәниәт йорттоң түбәһен ремонтлауға йүнәлтәсәкбеҙ. Үткән аҙнала төҙөлөш материалдары алынды, эшкә тотоноу, эш барышы хәҙер һауа торошона бәйле. Киләсәктә клубтарҙың тәҙрәләрен алмаштырырға ниәт бар. Халыҡ өсөн ыңғай шарттар тыуҙырғы килә, бәлки, мәҙәниәт йорттары йылы булһа, кешеләр ҙә әүҙемләшер ине. Клуб эшсәндәренә лә халыҡ менән күберәк аралашһындар, төрлө мәҙәни сараларға йәлеп итһендәр, ә ауыл халҡына әүҙемерәк булһындар тигән теләктәремде еткергем килә.