Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
19 Ғинуар 2023, 14:57

Эшлекле осрашыу

Бөгөн районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы прокурорының беренсе урынбаҫары Александр Грязников килде.  Ул райондың дөйөм хәл-торошо менән танышты. Күгәрсен районы прокуроры булып тәғәйенләнгән Айрат Абсатаров, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Чижков һәм райондың хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре менән эшлекле әңгәмә ҡорҙо.

Эшлекле осрашыу
Эшлекле осрашыу

 Халыҡты ҡабул итеп, мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙарын ҡарағас, Александр Александрович райондың яңы прокуроры Айрат Винер улы менән Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын да инеп күрҙе.

 Әйткәндәй, яңы прокурорға 34 йәш. Тыумышы менән ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, был өлкәлә 2010 йылдан бирле. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Благовар районында прокурор ярҙамсыһы, 2018 йылдың 28 сентябренән әлегә ҡәҙәр Баҡалы районында прокурор булып эшләгән.    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: