

Уҡыусыларға һәр төрлө конкурстар ҙа тәҡдим ителде. “Уҡы әле” тигән конкурста уҡыусылар китаптарҙың авторҙарын һәм исемен ҙур ҡәнәғәтлек менән атаны. "Әкиәт" конкурсы балаларҙың күп әкиәттәрҙе һәм уларҙың геройҙарын белеүен асыҡланы. "Күңелле математика" конкурсында уҡыусылар ҙур зирәклек күрһәтте һәм уларға бирелгән ҡатмарлы һорауҙарға тиҙ яуап бирҙе. "Аңла әле" уйынында мәктәп кәрәк-яраҡтары тураһында йомаҡтар систеләр. Сара барышында Белем көнөнә ҡарата шиғырҙар һәм музыкаль композициялар яңғыраны. Уҡыусылар аҙаҡ музей экспозициялары эргәһендә иҫтәлеккә фотоға төштө.
Бөгөн иһә музейға Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡҡа килде.