Мораҙым
+28 °С
Болотло
РӘСМИ
30 Август 2022, 16:10

Премьер-министрҙың яңы урынбаҫары барлыҡҡа килде

Был вазифаға кем тәғәйенләнде?

Премьер-министрҙың яңы урынбаҫары барлыҡҡа килдеПремьер-министрҙың яңы урынбаҫары барлыҡҡа килде
Премьер-министрҙың яңы урынбаҫары барлыҡҡа килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Премьер-министрының фәнни-технологик үҫеш буйынса урынбаҫары вазифаһын булдырҙы һәм уны министрлыҡ портфелен һаҡлап ҡалып, төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа биләргә тәҡдим итте.

Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко Новосибирскиҙа үткән “Технопром-2022” форумында төбәктәрҙә һәм сәнәғәт ойошмаларында фәнни-технологик үҫеш урынбаҫарҙары институтын ойошторорға тәҡдим иткәйне. Ул үҙенә күрә “хәрби спецназ”ға әүерелергә тейеш.

Александр Шельдяев менән осрашыуҙа Радий Хәбиров министрға һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт әйтте, республика сәнәғәтенең яҡшы уңыштарға өлгәшеүен билдәләне.

– Ике йыл рәттән Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Был һеҙҙең министрлыҡтың һәм предприятиелар етәкселәренең, шулай уҡ ошо өлкәләге хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт емеше, – тине Радий Хәбиров. – Заман алдыбыҙға яңы бурыстар ҡуя. Хәҙер сәнәғәттә һәм иҡтисадта фән ҡаҙаныштарын күпләп файҙаланыуҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә Премьер-министрҙың фәнни-технологик үҫеш буйынса урынбаҫары вазифаһын булдырырға ҡарар иттем.

Башҡортостан Башлығы, яңы вице-премьер иғтибарын инновация технологияларын һәм сәнәғәтте үҫтереүгә, фән, сәнәғәт һәм бизнес интеграцияһына, төбәктә һөҙөмтәле эшләгән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән үҙ-ара эш итеүгә йүнәлтергә тейеш, тип билдәләне. Александр Шельдяев республика Башлығына ышаныс күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.

Автор:
Читайте нас