Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
6 Сентябрь 2021, 08:00

Өфө колледжында яңы оҫтаханалар асыла

Ағымдағы йылдың 10 сентябрендә Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында яңы оҫтаханалар асыу тантанаһы үтәсәк.

Өфө колледжында яңы оҫтаханалар асыла
Өфө колледжында яңы оҫтаханалар асыла

Был оҫтаханаларҙы булдырыу “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проектының “Һөнәри белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын заманса талаптарға яраҡлаштырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында булдырылған дәүләт ярҙамы” нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Белеүебеҙсә, “Йәш һөнәрмәндәр” проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы эшләп килә.

“Компьютер уйындары һәм мультимедиа ҡушымталары эшләү”, “Интернет әйберҙәр”, “Мобиль ҡушымталар эшләү”, “Мобиль робот техникаһы” йүнәлештәре буйынса оҫтаханалар асыу – юғары һөнәри оҫталыҡҡа һәм ихтыяжға эйә кадрҙар әҙерләү һәм шуның менән төбәгебеҙҙең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеү йәһәтенән бик әһәмиәтле.

Был оҫтаханалар ғәмәли күнекмәләр һәм уҡыу практикаһы үткәреү өсөн генә түгел, имтихандар, “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) төбәк чемпионаттарын ойоштороу, мәктәп уҡыусылары өсөн һөнәри уҡыуҙар, педагогик кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү курстары, балалар һәм ололар өсөн белем биреү программалары уҙғарыу өсөн дә файҙаланыласаҡ.

Оҫтаханаларҙы асыу тантанаһы барышында улар менән яҡындан таныштырыу, колледж буйынса экскурсия ла ойоштороласаҡ.

Фото: Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы сайты. 

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан» 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: