9 декабрҙә район үҙәгендә Бөтә Рәсәй Ватан ҡаһармандары көнө билдәләнде. Тантана уңайынан митинг уҙғарылды, Дан аллеяһында ысын ил улдары хөрмәтенә сәскәләр һалынды.
Был көн беҙҙең илдә 2007 йылдан алып билдәләнә. Уның маҡсаты изге - Рәсәй Геройҙарын ғына түгел, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын иҫкә алыу, Советтар Союзы Геройҙарын, Изге Георгий һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләү, төрлө заманда яу юлында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары менән ғорурланыу, йәш быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.
Быны митингыла ҡатнашыусы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафин да үҙ сығыштарында билдәләп үтте. Ил батырҙарының ҡаһарманлығы алдында баш эйеп, исемдәрен мәңгеләштереүҙең һәр беребеҙҙең изге бурыс икәнлеген иҫкә төшөрҙө.
Яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған 8 яҡташыбыҙ – Миннетдин Әминев, Суфый Суфиянов, Василий Бекетов, Николай Ежов, Михаил Еремин, Павел Жувасин, Василий Копылов, Фәттәх Шәмғолов, Дан ордены кавалерҙары Николай Браун һәм Георгий Шубин; хәрби бурыстарын намыҫлы үтәгәндәре өсөн Рәсәй Геройы исеменә эйә булған Юрий Климов һәм Мансур Рафиҡовтың исемдәре оло хөрмәт менән телгә алынды.
Бөйөк Ватан һуғышында 13 меңдән ашыу күгәрсенле фронтҡа алынһа, 6 меңдән артығы яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмай. Илебеҙҙең ирке өсөн йәнен биргән Ватан һаҡсыларының батырлығын, Бөйөк Еңеү өсөн тылда тир түгеп бөгөнгө көнгә тиклем йәшәй алмаған ялан батырҙарының фиҙаҡәр хеҙмәтен онотмау – һәр беребеҙҙең изге бурысы.
Ил батырҙары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Төрлө локаль һуғыштарҙа, хәрби бәрелештәрҙә һәләк булыусы егеттәребеҙҙең исемдәре уйылып яҙылған таҡтаташҡа ла сәскәләр һалынды был тантаналы көндә.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.