Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
3 Октябрь 2020, 11:32

Яңы рәйес һайланды

Кисә, 2 октябрҙә бишенсе саҡырылыш район Советының тәүге ултырышы үтте.Уның эшендә район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, БР Башлығы Хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән эш буйынса идаралығы начальнигы Юрий Коземаслов, ошо уҡ идаралыҡтың баш советнигы Илнур Мөхйәнов һәм башҡалар ҡатнашты. Район Советы депутаттарын һайлау йомғаҡтары менән Совет Руслан Әхмәров таныштырҙы. Бишенсе саҡырылыш район Советы һиҙелерлек яңырған. Артабан район Советы рәйесе һайланды, депутаттар 3-сө һайлау округы буйынса район Советы депутаты Ҡаразбаев Дамир Винер улын хуплап ҡул күтәрҙе. Уның урынбаҫары итеп 5-се округ депутаты Олег Назаров һайланды. Даими комиссилар төҙөлдө һәм уларҙың составы раҫланды Сара һуңында бишенсе саҡырылыш Советына һайланған депутаттарға түш билдәләре менән таныҡлыҡтар тапшырылды.

Кисә, 2 октябрҙә бишенсе саҡырылыш район Советының тәүге ултырышы үтте.Уның эшендә район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, БР Башлығы Хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән эш буйынса идаралығы начальнигы Юрий Коземаслов, ошо уҡ идаралыҡтың баш советнигы Илнур Мөхйәнов һәм башҡалар ҡатнашты.
Район Советы депутаттарын һайлау йомғаҡтары менән Совет Руслан Әхмәров таныштырҙы. Бишенсе саҡырылыш район Советы һиҙелерлек яңырған.
Артабан район Советы рәйесе һайланды, депутаттар 3-сө һайлау округы буйынса район Советы депутаты Ҡаразбаев Дамир Винер улын хуплап ҡул күтәрҙе. Уның урынбаҫары итеп 5-се округ депутаты Олег Назаров һайланды.
Даими комиссилар төҙөлдө һәм уларҙың составы раҫланды
Сара һуңында бишенсе саҡырылыш Советына һайланған депутаттарға түш билдәләре менән таныҡлыҡтар тапшырылды.
Читайте нас: