Мораҙым
+9 °С
Ясно
РӘСМИ
25 Августа 2020, 17:10

Яҡташыбыҙ - Рәсәй Федерацияһының Габон Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе!

Күгәрсен районы бик күп арҙаҡлы шәхестәргә осар ҡанаттар биргән изге төйәк. Күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар, артистар... Был исемлекте тиҙ генә һанап сығыу мөмкин дә түгел. Улар араһында Түбәнге Һаҙ ауылында тыуып үҫкән Ильяс Фәрхәт улы Искәндәров та бар. Бөгөн ул ил президенты указы менән Рәсәй Федерацияһының Габон Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе тип тәғәйенләнде.Ильяс Фәрхәт улы 1965 йылдың 20 октябрендә Күгәрсен районының Түбәнге Һаҙ ауылында тыуған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күгәрсен районы бик күп арҙаҡлы шәхестәргә осар ҡанаттар биргән изге төйәк. Күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар, артистар... Был исемлекте тиҙ генә һанап сығыу мөмкин дә түгел. Улар араһында Түбәнге Һаҙ ауылында тыуып үҫкән Ильяс Фәрхәт улы Искәндәров та бар. Бөгөн ул ил президенты указы менән Рәсәй Федерацияһының Габон Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе тип тәғәйенләнде.
Ильяс Фәрхәт улы 1965 йылдың 20 октябрендә Күгәрсен районының Түбәнге Һаҙ ауылында тыуған. 1983 йылда Салауат ҡалаһындағы мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында белем ала.
1991 йылдан Рәсәй сит илдәр эштәре министрлығында эшләй. Бында төрлө юғары вазифалар биләй, башлыса Сүриә (1991-1996), Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка (1996-1999, 2004-2006, (2011-2014), Израиль (1999-2004), Тунис (2006-2011) кеүек илдәр менән хеҙмәттәшлек итә. 2014 йылдан әлегәсә Рәсәй сит илдәр эштәре министрлығында Африка Департаменты директоры урынбаҫары була.
Ильяс Искәндәров I класлы Ғәҙәтән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсе рангыһына эйә. Француз, ғәрәп һәм инглиз телдәрен яҡшы белә.
Яҡташыбыҙҙы яуаплы вазифа биләүе менән ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас