+25 °С
Дождь


Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү дауам итә. Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тауыш биреүҙең нисек барыуы хаҡында һөйләне.
«Әлбиттә, төп тауыш биреү көнө – 1 июль, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүгә иғтибар итеүҙе һорайым, сөнки бындай көндәрҙә этеш-төртөш, сират юҡ, ә халыҡтың төп ағымы 1 июлдә илеүе мөмкин. Бер нисә муниципалитет башлығы һүҙҙәренсә, тауыш биреүҙең беренсе көнө тамамланыуға, 25 июндә, ҡайһы бер ауылдар 100% тауыш биргән», — тине Башҡортостан башлығы.