Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Өфөлә Рәсәй йәштәре көнө билдәләнде. Быйыл ул айырыуса үҙенсәлекле, йылы мөхиттә уҙҙы, быға ваҡыты-ваҡыты менән һыҙырып яуып үткән ямғыр ҙа ҡамасау түгел ине.
Салауат Юлаев һәйкәле аҫтындағы Ағиҙел ярында үткән “Беҙ бергә” йәштәр фестивалендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәштәр менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләште, уларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе.
Йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар күп: башҡорт телен КВН уйындары ярҙамында һаҡлап ҡалыу, ауылдарҙа йәштәр хәрәкәтен үҙгәртеп ҡороу, мәктәп уҡыусыларының шөғөлдәрен киңәйтеү, парашют спортын үҫтереү маҡсатында аэроклубтарҙы тергеҙеү... Парашют тигәндәй, әле һөйләшеүгә тиклем Өфө күгендә самолеттар һәм парашютистар шәп шоу ойошторҙо: парашютистар йәштәр йыйылған амфитеатр янында махсус әҙерләнгән майҙанға оҫта итеп килеп төшһә, самолеттар һауала төрлө трюктар эшләне.
Радий Хәбировтың йәштәр менән һөйләшеүе импровизацияланған ток-шоуҙы хәтерләтте, уны Рәсәй Дәүләт Думаһындағы йәштәр парламенты етәксеһе Мария Воропаева һәм билдәле шоумен, комик, СТС каналында барған “Уральские пельмени” тапшырыуынан Сергей Нетиевский алып барҙы.
“Беҙ бергә” фестивалендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ентекле үтәлде: ингән ерҙә бар ҡатнашыусыларға битлек, антисептик гель тараттылар, махсус тәғәйенләнгән кешеләр амфитеатрҙағы тамашасыларға даими рәүештә үҙ-ара 1,5 метр арауыҡ һаҡлап торорға кәрәк икәнлеген иҫкәртте.
Байрам дәртле йыр-моң менән үрелеп барҙы. “Узорица”, “Юность” йыр коллективтары сығыш яһаны, билдәле йырсыларҙан Әнүәр Нурғәлиев музыкаль сәләмен еткерҙе, йәштәр “Арғымаҡ” төркөмөнөң сығышын айырыуса көтөп алды. Ошо фестивалдең исеменә, гимнына әүерелгән “Беҙ бергә” йырына дөйөм флешмоб ойошторолдо, һалҡын ямғырға ҡарамаҫтан, бейеүгә ҡушылмаған кеше ҡалманы.
“Light again” төркөмөнөң сығышынан һуң күкте байрам салюты биҙәне. Фестивалде тамамлау ҙа тап йәштәрсә үҙенсәлекле ине: фейерверк “Отпетые мошенники” төркөмөнөң “Люби меня, люби” йыры бөткәнсе тынманы.