“Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә хат ебәрҙе. Унда коронавирус хәүефенә бәйле Саха (Яҡут) Республикаһынан вахтасыларҙы эвакуациялауҙа ярҙам күрһәткән өсөн төбәк етәксеһенә рәхмәт белдерелә.
“Объектта коронавирус сиренең таралыу хәүефенә бәйле “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең подряд ойошмаларындағы вахта персоналын Саха (Яҡут) Республикаһындағы Чаянда нефть һәм газ конденсаты ятҡылығынан ашығыс ташыу сараларында булышлыҡ күрһәткән өсөн Һеҙгә ихлас рәхмәт белдерергә рәхсәт итегеҙ.
Бөтә төбәк ойошмаларының, министрлыҡтарының һәм ведомстволарының берлектәге көйлө ғәмәлдәре менән беҙ вахтасыларҙы ташыуҙы һәм урынлаштырыуҙы ойоштора, шулай уҡ тейешле карантин сараларын үтәүҙе тәьмин итә алдыҡ.
Һеҙҙең оператив ҡарарҙарығыҙ, шәхсән иғтибарығыҙ, ағымдағы ябай булмаған хәл-шарттарҙа ҡатнашыуығыҙ һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһының нефть һәм газ тармағы, илебеҙҙең иҡтисади хәүефһеҙлеге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған үҙенсәлекле ятҡылыҡтың артабанғы тулы ҡеүәтле эшмәкәрлеге тәьмин ителде.
Башҡортостан Республикаһы менән “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы күп яҡлы һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек дауам итер, тигән ышаныс белдерәм”, – тиелә хатта.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанға вахта ысулы менән эшләгән 1590 яҡташыбыҙ әйләнеп ҡайтҡайны. Уларҙың барыһын да төбәк шифаханалары нигеҙендә ойошторолған обсерваторҙарға урынлаштырҙылар. Әле обсервация осоро тамамланды.