Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
3 Июнь 2020, 11:23

Мәктәп ашханаларында үҙебеҙҙә етештерелгән ит буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға иғтибарҙы арттырыу мөһимлеге тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. "2018 йылдың көҙөндә, нисек инде илдә һыйыр ите етештереү буйынса беренсе урында килгән республика мәктәп уҡыусыларын үҙебеҙҙең продукция менән тик алты процентҡа ҡына тәьмин итә, тигән һорау борсой башланы. Балаларҙы сит илдәрҙән - Уругвайҙан, Парагвайҙан, Һиндостандан, Аргентинанан килгән осһоҙ, күп тапҡыр иретеп-туңдырылған сифатһыҙ буйвол ите менән туҡландыралар ине. Ысынға оҡшамаған ҡыҙыл кәтлиттәр әле лә иҫтә...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға иғтибарҙы арттырыу мөһимлеге тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
"2018 йылдың көҙөндә, нисек инде илдә һыйыр ите етештереү буйынса беренсе урында килгән республика мәктәп уҡыусыларын үҙебеҙҙең продукция менән тик алты процентҡа ҡына тәьмин итә, тигән һорау борсой башланы. Балаларҙы сит илдәрҙән - Уругвайҙан, Парагвайҙан, Һиндостандан, Аргентинанан килгән осһоҙ, күп тапҡыр иретеп-туңдырылған сифатһыҙ буйвол ите менән туҡландыралар ине. Ысынға оҡшамаған ҡыҙыл кәтлиттәр әле лә иҫтә...
Бөгөн арауыҡтағы эштәргә һығымта яһалды. Эпидемияға тиклем күрһәткестәргә сығыуға өлгәшкәйнек: мәктәп уҡыусыларының туҡланыу рационындағы иттең 77 проценты - Башҡортостандан. Алла бирһә, 1 сентябрҙә балалар мәктәпкә барыр, һәм ышаныслы әйтә алам: ҡалған 23 процент та үҙебеҙҙә етештерелгән ит ризыҡтары буласаҡ.
Республикабыҙ мәктәптәрҙе генә түгел, шулай уҡ балалар баҡсаларын, киләсәктә дауаханаларҙы ла (был темаға етеп киләм!) сифатлы продукция менән тәьмин итергә тейеш", - тип белдерҙе республика Башлығы.
Читайте нас: