Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
21 Апрель 2020, 14:34

21 апрель - Урындағы үҙидара көнө

Хөрмәтле үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Урындағы үҙидара көнө менән ихлас ҡотлайым! Халыҡҡа хеҙмәт итеү – еңел булмаған хеҙмәт һәм шул уҡ мәлдә оло яуаплылыҡ та. Муниципаль хеҙмәткәрҙәр һәм барлыҡ кимәлдәге депутаттар һәр ваҡыт халыҡ менән аралашып эшләй, конструктив тәҡдимдәргә ҡолаҡ һала, кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур өлөш индерә.Һеҙгә юғары һөнәри оҫталыҡ, уңыштар һәм ғаилә бәхете теләйем. Барлыҡ изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, хеҙмәтегеҙ халыҡтың тормошон сағыуыраҡ итергә булышлыҡ итһен, һеҙҙең адресҡа тик рәхмәт һүҙҙәре генә яңғыраһын. Ғайса Янбаев, район хакимиәте башлығы.

Хөрмәтле үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Урындағы үҙидара көнө менән ихлас ҡотлайым!
Халыҡҡа хеҙмәт итеү – еңел булмаған хеҙмәт һәм шул уҡ мәлдә оло яуаплылыҡ та.
Муниципаль хеҙмәткәрҙәр һәм барлыҡ кимәлдәге депутаттар һәр ваҡыт халыҡ менән аралашып эшләй, конструктив тәҡдимдәргә ҡолаҡ һала, кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур өлөш индерә.

Күгәрсенлеләр тормошоноң иртәгә нисек буласағы тап һеҙҙең бөгөнгө эшегеҙҙән тора. Һәр көн, айырыуса әлеге еңел булмаған осорҙа, һеҙ күп һорауҙарҙы хәл итәһегеҙ, йәшәйештең төрлө тармағында эшләйһегеҙ. Беҙҙең маҡсат бер – райондағы һәр кешенең тормошон яҡшыртыу, йәшәү өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырыу. Был ҡатмарлы, әммә ихтирамға лайыҡ эште хеҙмәткә намыҫ менән ҡарауҙан, юғары яуаплылыҡтан, үҙеңә һәм коллегаларыңа талапсан булыуҙан тыш башҡарып булмай.
Һеҙгә юғары һөнәри оҫталыҡ, уңыштар һәм ғаилә бәхете теләйем. Барлыҡ изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, хеҙмәтегеҙ халыҡтың тормошон сағыуыраҡ итергә булышлыҡ итһен, һеҙҙең адресҡа тик рәхмәт һүҙҙәре генә яңғыраһын.

Ғайса Янбаев, район хакимиәте башлығы.

Читайте нас: