Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
23 Февраль 2020, 16:15

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған

23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Мораҡ ауылы үҙәгендә “Ҡайғылы Әсә” һәйкәленә сәскәләр һалынды, митинг үтте.

23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Мораҡ ауылы үҙәгендә “Ҡайғылы Әсә” һәйкәленә сәскәләр һалынды, митинг үтте.
Тантаналы сараға килеүселәрҙе район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, ветерандар советы ойошмаһы етәксеһе Ирек Сафин, отставкалағы подполковник Фәнүр Мәзитов, Мәҡсүт ауыл биләмәһе башлығы Әхмәтйән Вәлитов мәртәбәле байрам уңайынан тәбрикләп, изге яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙың батырлығы онотолмаясағын һәм бөгөн ил һағында уяу тороусы һалдаттарҙың Ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен билдәләп үтте. Бөйөк Ватан һуғышында һәм төрлө йылдарҙа утлы нөктәләрҙә һәләк булған ил улдары бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Йылдар үткән һайын ата-бабаларыбыҙҙың, олатай-ҡартайҙарыбыҙҙың данлы үткәне хәтерҙәрҙә яңыра. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған, онотолмай һәм онотолмаясаҡ!
Читайте нас: