Ғөмүмән, ниндәй көндө билдәләһәләр ҙә, Конституцияға үҙгәрештәр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүе уҙасаҡ. Был сараны уҙғарыу ваҡыты һәм тәртибе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың махсус указында күрһәтеләсәк. Сара үтер алдынан халыҡҡа аңлатыу эше лә киң йәйелдереләсәк.
Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы үҙгәрештәр индергәндән һуң, халыҡ тауыш бирәсәк. Төбәктәрҙең Дәүләт Закондар сығарыу органдарының өстән бер өлөшө төп законға үҙгәрештәр индереүҙе хупларға тейеш. Граждандарҙың теләген белгәс, Конституцияға үҙгәрештәр законлы көсөнә инә.