Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
21 Ғинуар 2020, 09:00

Владимир Путин: “Берәүгә лә тарихи хәҡиҡәтте иҫбатларға тейеш түгелбеҙ”

Рәсәй Президенты Владимир Путин Икенсе донъя һуғышы тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡларға, тарихи хәҡиҡәтте боҙоуға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Икенсе донъя һуғышы тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡларға, тарихи хәҡиҡәтте боҙоуға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы.
Ул “халҡыбыҙҙың хәтерен юйырға” теләгәндәргә илдең ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтәсәге хаҡында белдерҙе. Был турала дәүләт башлығы “Рәсәй 1” телеканалындағы “Мәскәү. Кремль. Путин” тапшырыуында һөйләне. Уның фекеренсә, Икенсе донъя һуғышына ҡағылышлы тарихи дөрөҫлөктө сит илдәрҙә ҡабул итһендәр өсөн Рәсәй берәүгә лә нимәнелер иҫбатларға тейеш түгел.
“Кемгәлер хәҡиҡәтте иҫбатларға тейеш түгелбеҙ. Беҙҙең бурысыбыҙ бүтән... Ошо тарихи дөрөҫлөк онотолмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ”, – тине Президент.
Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, Рәсәйҙә Икенсе донъя һуғышы осорондағы архив документтары комплексы барлыҡҡа киләсәк. Улар менән теләге булған һәр кеше таныша аласаҡ. Был бурысты еңеүсе ил киләсәк быуындар өсөн тормошҡа ашырырға тейеш.
Фото: 123ru.net
Читайте нас: