Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
9 Ғинуар 2020, 09:00

Путин Асад менән осрашты

Сүриә Президенты Башар Асад Рәсәй коллегаһы Владимир Путинға Дамаск ҡалаһындағы осрашыуҙа рәхмәт әйтте.#ВладимирПутин

Сүриә Президенты Башар Асад Рәсәй коллегаһы Владимир Путинға Дамаск ҡалаһындағы осрашыуҙа рәхмәт әйтте, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Сүриәлә булды. Владимир Путиндың сәфәрендә хәүефһеҙлекте Су хәрби самолеттары тәьмин итте. Дамаск ҡалаһындағы Рәсәй Ҡораллы Көстәре ғәскәрҙәренең команда пунктында ул Башар Асад менән осрашты. Дәүләт башлыҡтары илдең төрлө тәбәктәрендәге хәл тураһында хәрбиҙәрҙең докладын тыңланы. Рәсәй Президенты Сүриәнең территориаль бөтөнлөгөн тергеҙеүҙең һәм илдә тыныс тормош булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне. Асад террорсылыҡҡа ҡаршы көрәштә булышлыҡ иткәне өсөн Владимир Путинға рәхмәт әйтте.
Дамаск ҡалаһынан һуң Рәсәй Президенты Истанбулға юлланды.
Фото: ntv.ru
Читайте нас: