Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
8 Ғинуар 2020, 23:30

Президент рәсәйлеләрҙең яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе һиҙеүендә шикләнеүен белдерҙе

Рәсәй президенты Владимир Путин рәсәйлеләрҙең милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә тормоштарында яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе һиҙеүҙәрендә шикләнеүен белдерҙе. Дәүләт башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, милли проекттарҙың һөҙөмтәһе кешеләр тормошонда “ысын үҙгәрештәр” булырға тейеш ине. “Әлеге ваҡытта күпселек халыҡта был тойғо бар, тип һанамайым”, - тине Путин. Ул быны ышаныс яулаған структуралар, шул иҫәптән Федераль һаҡ хеҙмәте лә үткәргән социологик һорау алыуҙарҙың да иҫбатлауын өҫтәне.#ВладимирПутин

Рәсәй президенты Владимир Путин рәсәйлеләрҙең милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә тормоштарында яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе һиҙеүҙәрендә шикләнеүен белдерҙе.

Дәүләт башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, милли проекттарҙың һөҙөмтәһе кешеләр тормошонда “ысын үҙгәрештәр” булырға тейеш ине. “Әлеге ваҡытта күпселек халыҡта был тойғо бар, тип һанамайым”, - тине Путин. Ул быны ышаныс яулаған структуралар, шул иҫәптән Федераль һаҡ хеҙмәте лә үткәргән социологик һорау алыуҙарҙың да иҫбатлауын өҫтәне.

Шулай уҡ Путин милли үҫеш маҡсаттарына “ревизия” эшләүгә һәм милли проекттар күрһәткестәрен “корректировкалауға” ҡаршы булыуын белдерҙе. “Былай булмаясаҡ”, - тип ышандырҙы ул. Путин һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙебеҙ ҡуйған планканы үҙебеҙ үк төшөрөргә тейеш түгелбеҙ. Путин милли проекттар буйынса күрһәткестәрҙе кәрәкле һандарға яраҡлаштырыуҙан да тыйылырға ҡушты.

Яңылыҡ сығанағы: https://www.rosbalt.ru/

Фото: www.kremlin.ru

Читайте нас: