Рәсәй президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен айына 12130 һум тип билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы.
Был эш хаҡының, төрлө компенсацияларҙың һәм социаль түләүҙәрҙең артыуына килтерә. Атап әйткәндә, МРОТ күләме ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын түләүгә, йөклөлөк һәм бала ҡарау буйынса пособие күләменә йоғонто яһай.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме билдәләнгәндән юғарыраҡ була, сөнки Алыҫ Көнсығышта, төньяҡ төбәктәрҙә һәм уларға тиңләштерелгән төбәктәрҙә йәшәгән граждандар өсөн эш хаҡына өҫтәмәләр һәм арттырыусы коэффициенттар күрһәткестең үҙгәреүенә йоғонто яһай.
Башҡортостанда 2020 йылдың 1 ғинуарынан эш хаҡының минималь күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, 13 949,5 һум була. Әлеге ваҡытта республикала МРОТ – 12 972 һум. Шулай итеп, минималь хеҙмәт хаҡы 977 һумға арта.