Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
19 Декабрь 2019, 09:00

90 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән Диниә Йыһангированы В.Путин ҡотланы

Баймаҡтың Иҫәнбәт ауылында йәшәгән тыл һәм хеҙмәт ветераны Диниә Йыһангирова 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ағинәйҙе ҡотларға район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова менән Күсей ауыл биләмәһе башлығы Мөхәмәт Әбсәләмов килде, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН. #ВладимирПутин

Баймаҡтың Иҫәнбәт ауылында йәшәгән тыл һәм хеҙмәт ветераны Диниә Йыһангирова 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ағинәйҙе ҡотларға район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова менән Күсей ауыл биләмәһе башлығы Мөхәмәт Әбсәләмов килде, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Диниә Шәйхислам ҡыҙы әле булһа дәртле һәм зиһенле. Ҡунаҡтарҙы алсаҡ йөҙ, йор һүҙҙәре менән ҡаршылап, оҙатҡанда таҡмаҡтар әйтеп, тыпырлатып бейеп тә алды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хатын һәм ҡотлау открыткаһын ул ихлас ҡабул итте.
Әле инәй Баймаҡ ҡалаһындағы ҡыҙы Санияның йортонда йәшәй, үҙе әйтмешләй, “ҡышларға” килгән. “Имен-һау ҡышты оҙатып, яҙын йәшел үләнгә баҫыу менән Иҫәнбәтемә ҡайтып етермен”, - тип оҙатып ҡалды ул яҡташтарын. 90 йәшлек ағинәйгә артабан да бәхетле ҡартлыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.

Читайте нас: