“Ливия көрсөгө проблемаларына айырым иғтибар бирелде, – тиелә белдереүҙә. – Хәлдең киҫкенләшеүенә юл ҡуймау һәм тыныс диалогты яңыртыу мөһимлеге айырып билдәләнде”. Владимир Путин Германия менән БМО яғынан ошо йүнәлештәге тырышлыҡтарға Рәсәйҙең булышлыҡ итергә әҙер булыуын раҫланы.