Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
8 Декабрь 2019, 09:00

Мәскәүҙә Путин портреты төшөрөлгән автомобиль һатыла

Мәскәүҙә Авито сайтында Владимир Путин төшөрөлгән BMW автомобиле һатыла. Ил башлығы Кремль һәм дәңләт флагы фонында тора. Автомобиль хаҡы – 1 миллион 200 мең һум.#ВладимирПутин

Мәскәүҙә Авито сайтында Владимир Путин төшөрөлгән BMW автомобиле һатыла. Ил башлығы Кремль һәм дәңләт флагы фонында тора. Автомобиль хаҡы – 1 миллион 200 мең һум.
Иғланды биреүсе һүҙҙәре буйынса, “тимер ат” 2014 йылда һатып алынған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уға Рәсәй Президенты портретын машинаның капотына төшөрөң идеяһы килә.
Сергей автомобиль өсөн иң тәүҙә 1 миллион 500 мең һум һораған булған, әммә аҙаҡ 300 меңгә төшкән.
Аудиторияның иғтибарын йәлеп итер өсөн иғлан авторы билдәле спортсмен һәм Мәскәү өлкәһенең Красногорск депутаты Джефф Монсон фотоһүрәтен ҡуйған.
Фото: Авито сайтынан.
Читайте нас: