Мораҙым
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
6 Декабрь 2019, 09:00

Владимир Путин Болгарияны ғәйепләне

“Болгария үҙ биләмәһендә “Төрөк ағымы” газ үткәргесе төҙөлөшөн күрәләтә оҙаҡҡа һуҙа, ситтән баҫым булғанғалыр, күрәһең”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.Уның әйтеүенсә, Болгария етәкселеге, “Көньяҡ ағым” төҙөлөшөн өҙгәндән һуң, “Төрөк ағымы”н нисек кенә булһа ла тормошҡа ашырыуҙы бер нисә тапҡыр үтенә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Болгария үҙ биләмәһендә “Төрөк ағымы” газ үткәргесе төҙөлөшөн күрәләтә оҙаҡҡа һуҙа, ситтән баҫым булғанғалыр, күрәһең”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.

Уның әйтеүенсә, Болгария етәкселеге, “Көньяҡ ағым” төҙөлөшөн өҙгәндән һуң, “Төрөк ағымы”н нисек кенә булһа ла тормошҡа ашырыуҙы бер нисә тапҡыр үтенә, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.

“Ләкин бында ла улар ашыҡмай. Болгария биләмәһендә проект артабан нисек ғәмәлгә ашырылыр, ҡарарбыҙ, – тине ул Сербия Президенты Александр Вучич менән һөйләшеү йомғаҡтары буйынса үткәрелгән матбуғат конференцияһында. – Әгәр Болгария власы эште тиҙләтмәһә, Рәсәй Европаның көньяғына газ бүлеүҙең башҡа мөмкинлеген табасаҡ”.

Владимир Путиндың һүҙҙәренә яуап итеп, Болгария Премьер-министры Бойко Борисов: “Болгария Европа союзы ғәмәлдәрен үтәй. Беҙ ҡулай альтернатив алымдарҙы эҙләйбеҙ. Быға һәр кемдең хоҡуғы бар. Владимир Владимирович төҙөлөштөң нисек барғанын үҙе килеп ҡарай ала. Көнөнә уртаса бишәр километр төҙөйбөҙ. Эште һуңға башланыҡ, сөнки байтаҡ процедураларҙы тамамларға кәрәк ине”, – тип белдерҙе.

Фото: regnum.ru

Читайте нас: