Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
5 Декабрь 2019, 09:00

Владимир Путиндың микрофоны һүнгән

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй халыҡ-ара олимпия университетының ун йыллығына арналған тантаналы ултырышта сығыш яһаны.Әммә сараның башында уҡ уңайһыҙ хәл тыуҙы, дәүләт башлығы һөйләргә тейешле микрофон һүндерелгән булып сыҡты. #ВладимирПутин

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй халыҡ-ара олимпия университетының ун йыллығына арналған тантаналы ултырышта сығыш яһаны, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.

Әммә сараның башында уҡ уңайһыҙ хәл тыуҙы, дәүләт башлығы һөйләргә тейешле микрофон һүндерелгән булып сыҡты. Тәүге һүҙҙәрен Президент микрофонһыҙ ғына әйтергә мәжбүр булды. Тиҙҙән ойоштороусыларҙың береһе сығып, микрофонды ҡабыҙҙы. Владимир Владимирович юғалып ҡалманы, хәлде шаяртыуға борҙо. “Тағы ла ҡабатларғамы? Ярай улайһа!” – тине ул һәм сығышын ҡайтанан башланы. Тамашасылар уны хуплап, алҡыштарға күмде.

#ВладимирПутин

Фото: kremlin.ru

Читайте нас: