Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
3 Декабрь 2019, 09:00

Рәсәй Президенты Владимир Путин 31 декабрҙә эшләй

“Рәсәй Президенты Владимир Путин 31 декабрҙә эшләй, уның ял көндәре юҡ”, – тип белдерҙе брифингта дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков. Ул Президенттың эшен домнаға тиңләне. #ВладимирПутин

“Рәсәй Президенты Владимир Путин 31 декабрҙә эшләй, уның ял көндәре юҡ”, – тип белдерҙе брифингта дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков. Ул Президенттың эшен домнаға тиңләне, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.

“Дәүләт башлығының эше туҡтауһыҙ циклды тәшкил итә, ул домна мейесе кеүек – уны һүндереү мөмкин түгел, – тине Песков. – Әйткәнем бар инде, Владимир Владимировичтың ял көндәре юҡ тиерлек. Көндөң ниндәйҙер өлөшөн ялға бүлһә лә, тәүлектең күпселек өлөшөн ул эштә үткәрә”.

Матбуғат секретары әйтеүенсә, Президент ял көндәрендә лә эшләргә мәжбүр, сөнки уға ҡултамғаға ведомство докладтары, документтары килә, ашығыс хәл итергә кәрәкле мәсьәләләр ҙә тыуып тора.

Фото: trud.ru

#ВладимирПутин

Читайте нас: