Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
28 Ноябрь 2019, 09:00

ВЛАДИМИР ПУТИН ЯҢЫ ЮЛДЫ АСЫУҘА ҠАТНАША

Рәсәй Президенты бөгөн Санкт-Петербургта бара һәм унда М-11 түләүле трассаны асыу тантанаһында ҡатнаша, был инвестицион проект буйынса кәңәшмә уҙғара. Яңы тиҙ йөрөүгә иҫәпләнгән автомобиль юлы Мәскәүҙән Петербургка тиклем һуҙылған, оҙонлоғо - 669 км. Юл 2011 йылда төҙөлә башлай. Ул дүрт һыҙатлы, Мәскәү һәм Петербург янында алты-ун һыҙытҡа тиклем киңәйтелгән.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты бөгөн Санкт-Петербургта бара һәм унда М-11 түләүле трассаны асыу тантанаһында ҡатнаша, был инвестицион проект буйынса кәңәшмә уҙғара.

Яңы тиҙ йөрөүгә иҫәпләнгән автомобиль юлы Мәскәүҙән Петербургка тиклем һуҙылған, оҙонлоғо - 669 км. Юл 2011 йылда төҙөлә башлай. Ул дүрт һыҙатлы, Мәскәү һәм Петербург янында алты-ун һыҙытҡа тиклем киңәйтелгән. М-11 юлында 16 түләү алыу урыны, алты күп функциялы сервис зонаһы, ун бишләп контейнер заправкалары бар. Бөтә трасса юлын үтеү эш көндәрендә 1820, ял көндәрендә 2020 һум тәшкил итә.

"Автодор" етәксеһе Вячеслав Петушенко белдереүенсә, М-11 юлы аша хәрәкәт ағымын йыл дауамында тәүлегенә 20 мең машинаға еткереү күҙаллана.
Читайте нас: