Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
18 Ноябрь 2019, 09:00

Владимир Путин VIII Санкт-Петербург халыҡ-ара мәҙәни форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин VIII Санкт-Петербург халыҡ-ара мәҙәни форумында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы, сараны ойоштороусыларҙы сәләмләне. Ул дәүләттәр араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуҙа һәм донъя үҫешендә мәҙәниәттең ҙур әһәмиәтен билдәләне.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин VIII Санкт-Петербург халыҡ-ара мәҙәни форумында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы, сараны ойоштороусыларҙы сәләмләне. Ул дәүләттәр араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуҙа һәм донъя үҫешендә мәҙәниәттең ҙур әһәмиәтен билдәләне, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
“Бөгөнгө форумдың “Глобалләшеү шарттарында мәҙәни кодтар” тигән темаһын көнүҙәк тип иҫәпләйем. Мәҙәниәт хәҙерге донъяны үҫтереүҙә, дәүләттәр араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуҙа ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ул һәр халыҡтың үҙенсәлеклелеген һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә, төп ҡиммәттәрҙе һәм әхлаҡи нигеҙҙәрҙе быуындан-быуынға тапшыра”, – тиелә Президенттың телеграммаһында.
Дәүләт башлығы форумдың ижтимағи ваҡиға булыуын билдәләне һәм уның эше, ҡарарҙары халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, заманса проекттарҙы, гуманитар өлкәләге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итер, тигән ышаныс белдерҙе.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: