Шул уҡ ваҡытта сәйәсмәндерҙең иртәрәк күрешеүе лә мөмкин. “Путин менән Эрдоган теләгән ваҡытта телефон аша аралаша, шуға күрә осрашыуҙың алдараҡ булыуы ла ихтимал”, – тине Кремль вәкиле.
Мәғлүм булыуынса, “Төркиә ағымы” Ҡара диңгеҙ төбөнән Төркиәнең Европа өлөшөнә тиклем һәм артабан уның Греция менән сигенә табан газ үткәргес һалыуҙы күҙ уңында тота. Уның тәүге сираты – Төркиә баҙарын, икенсеһе иһә Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа илдәрен зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнә.