Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
13 Ноябрь 2019, 10:00

Рәсәй Президенты Владимир Путин киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыуы тураһында белдерҙе

Владимир Владимирович бөтә Хөкүмәт ағзаларын да унан өлгө алырға саҡырҙы.Кәңәшмәлә Владимир Путин һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың киҙеүҙән вакцина ҡаҙатыу тураһындағы докладын тыңланы.Президент министрҙар араһынан кемдәрҙең киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыуы менән ҡыҙыҡһынды. “Хөкүмәт Рәйесе прививка эшләттеме? – тип һораны Путин. – Юҡ. Ә Президент Хакимиәте етәксеһе, Хөкүмәт ағзалары?” Бер нисә кеше вакцина яһатыуын белдереп, ҡулын күтәрә.#ВладимирПутин

Владимир Владимирович бөтә Хөкүмәт ағзаларын да унан өлгө алырға саҡырҙы.
Кәңәшмәлә Владимир Путин һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың киҙеүҙән вакцина ҡаҙатыу тураһындағы докладын тыңланы, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Президент министрҙар араһынан кемдәрҙең киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыуы менән ҡыҙыҡһынды. “Хөкүмәт Рәйесе прививка эшләттеме? – тип һораны Путин. – Юҡ. Ә Президент Хакимиәте етәксеһе, Хөкүмәт ағзалары?” Бер нисә кеше вакцина яһатыуын белдереп, ҡулын күтәрә. “Бер, ике, өс. Йәмғеһе өс кеше, – тине Владимир Владимирович. – Минең менән дүртәү. Киҙеү менән сирләп китһәләр, тимәк, үҙҙәре ғәйепле, сөнки алдан сара күрмәгән, мөмкинлекте файҙаланмаған. Был турала уйланһағыҙ ине”.
Президент әйтеүенсә, һуңғы 13 йылда киҙеү менән сирләгән рәсәйҙәр һаны 13 тапҡырға кәмегән.
Фото: cominf.org
Читайте нас: