Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
12 Ноябрь 2019, 10:00

Путин Бразилия, Индия һәм Ҡытай лидерҙары менән осрашасаҡ

Владимир Путин йәкшәмбе көндө Бразилиа ҡалаһына юлланасаҡ һәм БРИКС саммитында ҡатнашасаҡ. Сара 13-14 ноябрҙә Бразилия рәйеслегендә үтәсәк. Рәсәй лидеры ике сессияла сығыш яһаясаҡ һәм өс ике яҡлы осрашыу уҙғарасаҡ.#ВладимирПутин

Владимир Путин йәкшәмбе көндө Бразилиа ҡалаһына юлланасаҡ һәм БРИКС саммитында ҡатнашасаҡ. Сара 13-14 ноябрҙә Бразилия рәйеслегендә үтәсәк. Рәсәй лидеры ике сессияла сығыш яһаясаҡ һәм өс ике яҡлы осрашыу уҙғарасаҡ.
Путин иң башта Индия премьер-министры Нерендра Моди менән осрашасаҡ, ә аҙаҡ Ҡытай лидеры Си Цзиньпин менән һөйләшеү буласаҡ. Ҡайтыр алдынан Путин Бразилия президенты Жаир Болсонару менән ике яҡлы осрашыуға йүнәләсәк.
- Иң башта көнүҙәк халыҡ-ара мәсьәләләр һәм төбәктәргә ҡағылған, шул иҫәптән Боливияға ҡағылышлы һорауҙар ҡараласаҡ, - тип белдерҙе Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Ушаков.
ФОТО: Yandex.u
Читайте нас: